Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар һаны биш процентҡа артты

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм исемлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы был ҡатлам бизнес берәмектәре бер йыл эсендә биш процентҡа артҡан - Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Әгәр ҙә 2023 йылдың 10 июленә ҡарата ундай төр предприятиелар 126 мең булһа, быйылғы 10 июлгә улар 132,3 меңгә етте. “Урта бизнес предприятиеларының һаны алты процентҡа артты, бәләкәй эшҡыуарлыҡ – 1,3 процентҡа. Был иһә беҙҙә йүнселдәрҙең күбәйә барыуын күрһәтә. Бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Бында беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам“ милли проекты буйынса (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы“) һәм башҡа төр дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Фото: “Башинформ”.