Төбәк етәксеһе продукция етештереү технологияһы менән танышты һәм уның сифатын контролдә тотҡан лабораторияға барҙы. “Аттика” компаниялар төркөмө Нефтекама биләмәһендә ике ҙур проектты тормошҡа ашыра. Инвестиция башланғыстары 2021 йылда муниципаль кимәлдә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хуплау тапҡан. Ә шул уҡ йылдың авгусында “Аттика” “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты була. 2021 йылдың авгусында төбәк етәксеһе Нефтекама биләмәһендә “Аттика-Өфө” компанияһының производство-склад комплексын төҙөүгә тәүге кирбес һалыу тантанаһында ҡатнашҡайны. Был проектҡа 308 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған һәм 19 эш урыны булдырылған. Икенсе инвестиция проекты – “Аттика-Нефтекама”. Ул полимер ыҫмала етештерә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 263 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 33 эш урыны булдырыла. – Беҙ “Инвестиция сәғәте”н 2018 йылдың аҙағында үткәрә башланыҡ. Ә хәҙер реаль эш урындары барлыҡҡа килә, республика бюджетына һалымдар инә. Беҙҙең ярҙам сараларының эшләүе ҡыуаныслы, – тине төбәк етәксеһе. Фото: glavarb.ru