Бер бай ялында диңгеҙ яры буйлап йөрөп килергә була. Кәмәһе эргәһендә рәхәтләнеп йоҡомһорап ятҡан балыҡсыны күргәс, аптырауын йәшермәй:
— Ниңә балыҡ тотмайһың?
— Бөгөнгә етерлек ҡармаҡланым.
— Һуң, тағы ла тоторға була бит?!
— Артығын нимә эшләтәйем?
— Күберәк балыҡ — күберәк аҡса. Һин үҙеңә моторлы кәмә һатып ала алаһың, уның менән алыҫҡараҡ йөҙөп, тағы ла ҙурыраҡ балыҡтар ҡармаҡларға була. Уларҙы һатҡас, тағы берәй ҡорамалдар алып, йәнә килемде арттырырға мөмкин. Аҙаҡ хатта ике кәмәң булыр... Һуңынан — биш, ун, егерме... Минең кеүек байып китер инең...
— Ә шунан һуң нимә?
— Шунан инде диңгеҙ буйында рәхәтләнеп ятырһың, ял итерһең, ғүмереңә, һәр көнөңә ҡыуанып, ҡәнәғәтлек кисереп йәшәрһең.
— Ә мин хәҙер, һинеңсә, нимә менән шөғөлләнәм?..
АҠСА, КАРЬЕРА, БАЙЛЫҠ АРТЫНАН ҠЫУҒАНДА БЫЛАР БАРЫҺЫ БЕҘГӘ НИ ӨСӨН КӘРӘК ИКӘНЕН ОНОТОП КИТӘБЕҘ. “БЫЛАР НИҢӘ МӨҺИМ?” ТИГӘН ҺОРАУҘЫ ҮҘЕГЕҘГӘ ЙЫШЫРАҠ БИРЕГЕҘ. БАҠТИҺӘҢ, БӘХЕТ ӨСӨН КҮП АҠСА КӘРӘКМӘЙ! ҒҮМЕРГӘ УН ЙЫЛДАН КӨРӘП АҠСА ЭШЛӘГӘС ТҮГЕЛ, Ә БӨГӨН