369 подписчиков

Туймазылар етештереү ҡеүәтен арттыра

Туймазының пластик торбалар заводы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Предприятие төрлө тәғәйенләнештәге полиэтилен, полипропилен, ПВХ торбалар сығара. Шулай уҡ термопластавтоматтан да әйберҙәр етештерә. Милли проектта ҡатнашыу Туймазы компанияһына өҫтәмә сығымдарһыҙ етештереүсәнлекте кәмендә ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. Шуға ла завод етәкселеге республика Хөкүмәте һәм төбәктең компетенциялар үҙәге менән тейешле килешеү төҙөнө. - 2014 йылда нигеҙ һалынған был предприятиеның йәш булһа ла тармаҡта тәжрибәһе һәм көслө командаһы бар. Бында барлыҡ этапта ла сифатҡа идара итеү системаһы уңышлы тормошҡа ашырыла: сеймал тикшерелә, продукцияны әҙерләү параметрҙары һәм әҙер әйберҙәрҙең характеристикаһы контролләнә. Уларҙың үҙҙәренең аттестация лабораторияһы һәм проект бүлеге бар, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Завод директоры Артур Зарипов фекеренсә, милли проектта ҡатнашыу предприятиеға күрһәткестәрҙе яҡшыртырға, производство процестарын автоматлаштырырға, ябайлаштырырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ барлыҡ процестарҙы үтә күренмәле итергә булышлыҡ итә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында иҡтисадтың сеймал булмаған тармағына ҡараған компаниялар ҡатнаша ала. (Эшкәртеү производствоһы, төҙөлөш, транспортлау һәм һаҡлау, ауыл, урман хужалыҡтары, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, сауҙа). Уларҙың йыллыҡ килеме кәмендә 400 миллион һум булырға тейеш. Бынан тыш быйылдан килеме кәмендә 180 миллион һумдан булған турист компанияларынан да ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.