369 подписчиков

Иң хәүефһеҙ ысул һайланған

Асыҡ тыңлауҙар барышында Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын рекультивациялау проектының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһона баһа бирелде. Эштәр 2025 йылға планлаштырылған. Сүплекте бөтөрөү “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Рөхсәт ителмәгән сүплектең майҙаны 19 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Фекер алышыуҙар барышында "Инжинирингстройсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Виталий Запольских сүплекте рекультивациялауҙың дүрт ысулы менән таныштырҙы. Ләкин иң хәүефһеҙе һәм һөҙөмтәлеһенә туҡталғандар – ҡалдыҡтарҙы сығармайынса геосинтетик материалдарҙы файҙаланып, сүплек массаларын изоляциялау юлы менән рекультивациялау. Ябайлаштырып әйткәндә, сүплек күмеләсәк, ике скважина бырауланасаҡ, уларҙа махсус торбалар урынлаштырыласаҡ. Улар аша сүплек газы сығасаҡ. – Бындай ҡарар ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең һәм кимереүселәрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирәсәк. Улар төрлө сирҙәр ташыусы булыуы ихтимал. Бынан тыш, ул тупраҡтың, үҫемлектәрҙең һәм тирә-яҡ мөхиттең башҡа компоненттарының бысраныу ихтималлығын мөмкин тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне "Инжинирингстройсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Виталий Запольских. Сүплекте тергеҙеү проектына дәүләт экспертизаһы үтергә кәрәк, унан һуң эштәрҙе башҡарыу буйынса подрядсы ойошманы билдәләү буйынса конкурс процедуралары үтәсәк. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.