369 подписчиков

Ҡотлайбыҙ!

Фәрит Фәтих улы Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда Пётр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижёрлыҡ факультетын тамамлағандан һуң Ульяновск юғары хәрби-команда элемтә училищеһы дирижёры итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Фәрит Фәтих улы башланғысы менән Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының тәүге профессиональ тынлы оркестры ойошторола, һәм ул уның етәксеһе, баш дирижёры булып эшләй. 2002 йылда Рәсәйҙең ҙур театрында ассистентура-стажировканы тамамлағас, Фәрит Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры дирижёры вазифаһына эшкә саҡырыла. Фәрит Иҙрисов – 100-ҙән ашыу йыр һәм халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, тынлы һәм симфоник оркестр өсөн һалынған рус, башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәренең аранжировкаһы авторы. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Фәрит Фәтих улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек, ижади уңыштар теләй! Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сайтынан.