Найти тему
Башҡортостан гәзите

Инвесторҙар юғары баһа бирҙе

Проекттары Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы ярҙамында оҙатылған инвесторҙар ведомствоның хеҙмәтләндереү сифатын баһаланы. Тейешле һорау алыу ведомство тарафынан Төбәк инвестиция стандарты (РИС) сиктәрендә үткәрелде, сөнки үҫеш агентлығы эшмәкәрлеге уның элементтарының береһе булып тора. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса баһа 4,9 балл тәшкил иткән. - Бөтә пункттар буйынса ла эшмәкәрлек юғары баһаларға лайыҡ булды. Бындай һөҙөмтәләр беҙҙең командаға Башҡортостанда бизнесты тағы ла уңайлыраҡ алып барыу өсөн яңы инструменттар индереүгә этәргес булып тора, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Үҫеш корпорацияһының эшмәкәрлеген баһалауҙан тыш, инвесторҙар төбәктең инвестиция картаһы эше тураһында һорау алыуҙа ҡатнашты. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса баһа 4,6 балл тәшкил иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Төбәк инвестиция стандарты элементтарын индергән тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Төбәк инвестиция стандарты һөҙөмтәлелеген мониторинглау һөҙөмтәләре буйынса Үҫеш корпорацияһы, иң күп балл йыйып, А төркөмөнә инде, бизнесҡа ярҙам итеүҙең ойоштороу механизмдары эшенең иң һөҙөмтәле төркөмөндә юғары позицияларҙы һаҡлап ҡалды. Төбәк инвестиция стандартын индереүҙең һөҙөмтәлелеген баһалау сиктәрендә инвестиция картаһын тормошҡа ашырыу сифатына ла юғары баһа бирелгән. Фото: pravitelstvorb.ru