"Ни өсөн әхирәтем беҙгә бәхетле йәшәргә ирек бирмәй? Ирен тотоп ҡала алмағанға мин ғәйепле түгел бит..." Танышым ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткәс, аптырап ҡалдым. Ниндәй генә кәңәш бирәһең инде бындай осраҡта? Минеңсә, ул барыһында ла үҙе ғәйепле... Зилиә менән Ғәлиә бер ауылдан. Бәләкәйҙән бер мәктәпкә йөрөнөләр, бер үк уҡыу йортона инделәр, бер үк фирмаға эшкә урынлаштылар. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла улар һәр саҡ бергә булдылар. Ир-егеттәргә килгәндә, уларҙың ҡараштары төрлөсә ине. Зилиәгә шымыҡай, ҡара, мыҡты кәүҙәлеләр оҡшаһа, Ғәлиә шартлап торған ҡыйыу, һары сәсле, ябыҡтарҙы яҡыныраҡ күрҙе, шуға күрә был яҡтан бер проблема ла тыуманы. “Ғәлиә әхирәтем кейәүгә сыҡҡан саҡта мин уның өсөн шул тиклем шат инем. Бергә туй күлдәге һайланыҡ, бар ойоштороу эштәрен бергә башҡарҙыҡ. Ире Сәлим миңә бөтөнләй оҡшаманы. Дуҫтарса аралаштыҡ. Тик бына улар өйләнешеп, ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Сәлим миңә лә оҡшай башланы. Әхирәтем дә гел генә уны маҡтаны ла ултырҙы. Йәнәһе, ул шул тиклем һәйбәт,