Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир әсәһе улын көтә

Баймаҡ районының Күнзавод ауылында йәшәгән Сәхибә Ғафарованың күңеле һәр саҡ тыныс түгел. Ни тиһәң дә, улы йылға яҡын махсус хәрби операция биләмәһендә. Үҙ теләге менән ил һаҡларға киткән яугир “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында. Күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, туғандары менән күрешеп киткән. Әле улар алғы һыҙыҡта. Шуға күрә әсә йөрәге көнө–төнө улы өсөн борсолоп тибә, уның тауышын ишетеү өсөн зар–интизар була. —Улымдың теләгенә ҡаршы булманыҡ, үҙе шундай ҡарар ҡабул иткәс, ризалығыбыҙҙы бирҙек. Матур итеп доғалар уҡып, аяттар бағышлап оҙаттыҡ һәм көн–төндәрҙе һанай–һанай ялға ҡайтыуын көтөп алдыҡ. Иҫән–һау ғына йөрөһөндәр, һау–сәләмәт ҡайтһындар,–ти Сәхибә апай. Неонацизмдың ҡайтанан әйләнеп ҡайтып, уны еңергә үҙ теләктәре менән барған доброволецтар араһында улының булыуын яугирҙең атаһы Азат Ғафаров ғорурлыҡ менән ҡабул иткән. “Тыуған илде һаҡларға ысын ир–егеттәр генә бара. Улым, һинең был аҙымыңды хуплайым”, – тигән ул. Сәхибә менән Азат Ғафаровтарҙың улдары алдан уҡ йорт төҙөй башлаған, әле уны үҙҙәре дауам итә. “Улыбыҙҙың еңеү менән ҡайтыуына, Алла бирһә, үҙе теләгәнсә ике ҡатлы йорт төҙөп бөтөргә ине”,–ти әңгәмәсем. Ағаһының иҫән–һау ҡайтыуын һеңлеһе Таңсулпан да, уның ҡыҙы Динә лә ашҡынып көтә. Автор фотоһы.