Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Июль айына һынамыштар

Йәйҙең иң сәскәле, еләкле һәм ҡояшлы икенсе айына ла аяҡ баҫтыҡ. Был ай һынамыштарына күҙ һалайыҡ әле. Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.- Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр. Һеҙҙең дә июль айына ҡарата үҙ һынамыштарығыҙ булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ. Фото: асыҡ сығанаҡтан