Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста «Авиценна» фәнни-популяр туры эш башланы

Өфө вуз-ара кампусында тантаналы шарттарҙа биология-медицина маршрутына старт бирелде. Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары тарафынан булдырылған. Тантанала Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты вәкилдәре ҡатнашты. Маршрутты тәүгеләрҙән булып Өфөнөң өлкән класс уҡыусылары үтте. – Башҡортостан – ифрат бай төбәк. Ул тәбиғәте менән генә түгел, ә мөһим һәм файҙалы эштәр башҡарған кешеләре менән дә билдәле. Ошо ғилми-белем биреү маршруттарында үҙегеҙ өсөн асыштар яһарһығыҙ тип ышанам, улар һеҙгә һөнәр һайларға ярҙам итер, - тип мөрәжәғәт итте уҡыусыларға БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәләмова. «Авиценна» маршруты барышында туристар Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы лабораторияларында булды, унда заманса дарыуҙар әҙерләү һәм уларҙы һынау мәле менән танышты, 3D-принтер ҡулланып булдырылған шәхси биомедицина импланттарын ҡарай алды. Тәбиғәт һәм кеше институты лабораторияһында балалар ғалимдар менән бергә үҫемлектәрҙе клонлаштырыу йәһәтенән үҙ көсөн һынаны, ә симулятив үҙәктә манекен Гошаның “ғүмерен ҡотҡарҙы”. - Туризм һәр ваҡыт яңы хис-тойғолар, тәьҫораттар бүләк итә. Нәҡ ошондай уйын алымында йәш быуын үҙҙәренә нимә ҡыҙыҡлы булыуын аңлай һәм үҙ тормошон фәнгә арнарға хәл итә ала. Оло быуын кешеләре ошондай маршруттар арҡаһында республикабыҙҙың донъяның фәнни картаһында лайыҡлы урын биләүен күрә ала, - тип билдәләне БР туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Азамат Ғәлин. «Авиценна» - Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары менән әҙерләнгән туғыҙ ғилми-популяр маршруттың береһе. Турҙар төбәктең ғилми-тикшеренеү инфраструктураһының үҙенсәлекле объекттары менән танышырға мөмкинлек бирә. Экскурсияға сайтта яҙылырға мөмкин. Маршруттар исемлеге: «Сократ. Гуманитар йүнәлештәге фәнни-популяр маршрут»; «Физика-математика: Өфө математика һәм физика призмаһы аша»; «Тәбиғи-фәнни Өфө: Ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүенән алып В.И. Вернадскийҙың ноосфераһына тиклем»; «Пифагор» фәнни-белем биреү маршруты; «Авиценна» биология-медицина экскурсияһы; «Шень Ко: фәнни-техник эшләнмәләр донъяһы» «Дмитрий Менделеев». Өфө – Рәсәйҙең химик баш ҡалаһы: атомдан алып киләсәк материалдарына тиклем»; «Михаил Ломоносов». Донъяға яңыса ҡара»; «Янғантау геопаркы буйлап фәнни-популяр экскурсия». Белешмә Өфө вуз-ара кампусы РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru