Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

25 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Баш ҡаланың Киров районында республика етәксеһе Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙа булды. 2020 йылда бында Дорофеев һәм Коммунистик урамдары яғынан тротуарға асфальт түшәү, брусчатка һалыу, йәшелләндереү һәм урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарыла. Скверҙы ҡараған саҡта архитектор Константин Донгузов республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969 - 1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров һәйкәле буйынса проект ҡарарҙары варианттарын күрһәтте. Ошонда уҡ Радий Хәбиров Миҙхәт Закир улы менән бергә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләгән ветерандар менән аралашты. Башҡортостан Башлығы скверҙы артабан төҙөкләндереү һәм һәйкәл ҡуйыу 2025 йылға планлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте. Миҙхәт Шакиров һәйкәле Башҡортостанды совет осоронда төҙөгән барлыҡ фекерҙәштәренең дә ҡаҙанышы символы буласаҡ, тип билдәләне республика етәксеһе. –

25 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Баш ҡаланың Киров районында республика етәксеһе Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙа булды. 2020 йылда бында Дорофеев һәм Коммунистик урамдары яғынан тротуарға асфальт түшәү, брусчатка һалыу, йәшелләндереү һәм урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарыла. Скверҙы ҡараған саҡта архитектор Константин Донгузов республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969 - 1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров һәйкәле буйынса проект ҡарарҙары варианттарын күрһәтте. Ошонда уҡ Радий Хәбиров Миҙхәт Закир улы менән бергә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләгән ветерандар менән аралашты. Башҡортостан Башлығы скверҙы артабан төҙөкләндереү һәм һәйкәл ҡуйыу 2025 йылға планлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте. Миҙхәт Шакиров һәйкәле Башҡортостанды совет осоронда төҙөгән барлыҡ фекерҙәштәренең дә ҡаҙанышы символы буласаҡ, тип билдәләне республика етәксеһе. – Миҙхәт Закир улы 18 йыл республика етәксеһе булды һәм бик күп эштәр башҡарҙы. Һәйкәл ҡуйыу үткәнебеҙҙе һәм бөгөнгөбөҙҙө тоташтырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. *** Баш ҡаланың Октябрь районында Башҡортостан Башлығы “Ҡурайлы малай” фонтаны, шулай уҡ Сәйет Ғәлиев бульвары янындағы майҙанды төҙөкләндереү барышы менән танышты. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, Сәйет Ғәлиев бульварының көньяҡ өлөшө йәйәүлеләр өсөн, ә төньяҡ өлөшөндә ике яҡлы автомобиль хәрәкәте өсөн буласаҡ. Шулай уҡ элекке “Искра” кинотеатры бинаһы артындағы майҙанда эштәр дауам итә. Комсомол урамына яҡыныраҡ төҙөкләндерелгән сквер барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа ярашлы, бында бер нисә урын булдырыласаҡ. Уларҙа интерактив музыкаль мөйөш, ял итеү, шулай уҡ спорт һәм уйын майҙансыҡтары урынлашасаҡ. Өфөләргә уңайлы булһын өсөн пандустар, эскәмйәләр, урналар һәм мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ. Төҙөүселәр бөтә эштәрҙе 31 авгусҡа тиклем – Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төп байрам сараларына тамамларға вәғәҙәләй. Башҡортостан Башлығы журналистар менән аралашҡанда был биләмәне төҙөкләндереү проектының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. – “Ҡурайлы малай” фонтаны өсөн яңы һауыт эшләргә тура килде. Бында заманса йәйәүлеләр урыны булдырыла. Был скверҙы бүлеп, Комсомол урамы аша Көрәш һарайы бинаһына сығырға мөмкин. Төбәктең баш ҡалаһында иғтибарыбыҙҙы талап иткән йәмәғәт киңлектәре күп. Республика Хөкүмәтенең пландарында – уларҙы тәртипкә килтереү. Дөйөм алғанда, Өфө үҙенең юбилейын ярайһы уҡ матур ҡаршылай, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru