Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында батырлыҡ дәресе үткән. Унда Ҡораллы Көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙәре, Шарандың 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты, тип яҙа “Шаранские просторы”. Яугир-интернационалист Минлефәғил Сәйетов 1978-1980 йылдарҙа Афғанстанда хәрби хеҙмәтен үтәгән. Әле лә Ватанды һаҡлауға лайыҡлы өлөшөн индерә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә егерме тапҡырҙан ашыу гуманитар йөк илтеүҙә ҡатнашҡан. “Яҡташтарыбыҙ беҙҙе һәр саҡ шатланып, дәртләнеп ҡаршы ала. Улар һеҙҙең хаттарҙы көтә, тыуған ерҙән килгән бәләкәй генә хәбәргә лә шаттар, йышыраҡ яҙығыҙ!”– тине ул балалар алдында. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Черный” позывнойлы яугир үҙенең хәрби юлы хаҡында һөйләне. Былтыр ул февраль айында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йүнәлгән, мотоуҡсылар часына эләккән һәм әле миномет расчеты төркөмө командиры булып хеҙмәт итә. Уның һуғыш яланындағы фиҙакәрлек, хәрби дуҫлыҡ, иптәшлек тураһындағы иҫтәлектәрен балалар йотлоғоп тыңланы. Яугир яраланғандан һуң бер нисә этапта дауалана. Быйыл яу яланындағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. “Был минең генә наградам түгел, ә минең менән бер позицияла торған полкташтарымдыҡы ла”, – тине “Черный”. Руслан Хафизов фотоһы. https://vk.com/club156141905