Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып (1 июндән) 25 кешене – 21 ир-егетте, өс ҡатын-ҡыҙ һәм бер үҫмерҙе батып үлгән килеш тапҡандар. Шул иҫәптән 19 июндә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы эргәһендәге Йүрүҙән йылғаһынан 40 йәшлек ирҙе һыуҙан сығарған. Ул ҡулдан эшләнгән моторлы кәмәлә иҫерек килеш йылға буйлап ағып төшкән саҡта һыуға ҡолап бата. Шул уҡ көндө шаһиттар Дүртөйлө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһындағы соҡорҙан 44 йәшлек ҡатынды тартып сығарған. Шишмәлә Ҡалмаш йылғаһында ирҙең кәүҙәһен табалар, уның шәхесе асыҡлана. 20 июндә Мәләүез ҡалаһындағы карьерҙа йыһазландырылмаған урында һыу ингән 26 йәшлек ир иҫерек килеш батып үлгән. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар сығарған. Бөтә ваҡиғалар буйынса оператив-тәфтиш саралары үткәрелә. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.