Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөйөк батырға арналды

“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылының моделле китапханаһы тура эфирҙа “Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы” тыуған яҡты өйрәнеү сәғәтен үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар Салауат Юлаевтың биографияһы менән танышты һәм башҡорт халҡының милли батырының данлы хәрби юлы хаҡында белде. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың легендар образы Башҡортостан халыҡтарының күп милләтле фольклорының төрлө жанрҙарында күп яҡлы һынландырылған. Тамашасылар иғтибарына Салауатҡа арналған иң яҡшы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлгөләре тәҡдим ителде. Башҡорт халҡының хәтерендә Салауат Юлаев мәңгелеккә милли герой, илдең төп халҡының хоҡуҡтары өсөн көрәшсе булып ҡаласаҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ғәскәр башында торған һәм ғәҙеллек өсөн көрәшкә әйҙәгән. Геройҙың исеме быуындарҙың тарихи аңында мәңгеләштерелгән. “Салауат Юлаев хәҙерге Башҡортостандың символы булып тора, ошондай саралар уҙғарып, беҙ уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың тарихына һәм үткәненә ихтирам тәрбиәләйбеҙ”, – тип билдәләне китапханасы Зөлфиә Шәйсламова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.