Нурия Минулла ҡыҙы Сәғитова – 1957 йылдың 19 октябрендә Ғафури районы Урта Үтәш ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында алғандан һуң, Үзбәк ауылында 8 класты тамамлап, Салауат педагогия училищеһында уҡый. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.Хеҙмәт юлын тыуған районында башлай, һуңынан Ишембай районы Ҡарағайлы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветераны. Оҫта баянсы, моңло тауышлы йырсы, һәүәҫкәр композитор, шиғырҙар ижад итә. Юл төшкән һайын тыуған яғына ҡайтырға тырыша Нурия Минулла ҡыҙы, үҙе әйтеүенсә, тыуған яғынан илһам, дәрт-дарман алып китә ул. Ауылым - Ябалағым Ауылымдың тирә-яғы
Ерекле лә, тирәкле.
Туғайҙары йәйҙәр буйы
Сәскәле лә, еләкле.
Баҫыуҙары гөрләп тора,
Ауыл эшсән халыҡлы.
Ике яҡта ике күле,
Икеһе лә балыҡлы.
Ҡомло ерҙә һыу инәләр
Бала-саға көн буйы.
Ә йәштәре йырлап уҙа
Йоҡламайса төн буйы. Йәшлегем ҡалған ҡасып Үткәндәргә ҡайтып барам
Һағынып, ярһып.
Ҡайҙа ғына ҡалған икән
Йәшлегем ҡасып?
Ҡай