«Мин - профессионал» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының етенсе миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Ул РФ Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө университетынан һигеҙ меңдән ашыу ҡатнашыусы олимпиадаға теркәлгән, 296-һы ҡатнашыуға үткән. Өфө фән һәм технологиялар университетының 12 студенты дипломант булды. Йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һәм дипломанттар олимпиаданың карьера порталына инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, унда индустриаль лидерҙар - проект партнерҙарынан вакансиялар, стажировкалар һәм практикалар бирелгән. Быларҙан тыш, Өфө университеты дүртенсе тапҡыр «Математик модель әҙерләү» йүнәлешенең юғары уҡыу йорто-ойоштороусыһы булды. Быйыл финал һынауҙарына бөтә Рәсәйҙән 100-ләгән студент үтте. Олимпиада дипломанттары илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә льготалар, ҙур профилле компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеген аласаҡ, ә алтын, көмөш һәм бронза миҙал алыусыларға 300 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24176/