Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән билдәле замандашыбыҙ Рәхимә Мусинаның алтын ҡулдары нимә генә эшләмәй: күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр яһаһынмы, төрлө кейем-һалым бәйләһенме, үлән сәйҙәре әҙерләһенме, ҡаҡ ҡойһонмы - барыһын да башҡара. Был юлы ул болануттан сәй эшләү серҙәрен уртаҡлаша. "Былтыр үҙемдең емеш япраҡтарынан сәй яһау ысулдары менән уртаҡлаша башлағас, бер нисә кеше боланутты нисек ферментлауымды яҙыуҙы һорағайны. Әммә уҙған йыл уны ҡырға сығып йыйыу мөмкинлегем булманы. Теләгем дә артыҡ юҡ ине, сөнки һатыуҙа алған боланут сәйе миңә бөтөнләй оҡшамағайны. Әммә кешеләр үҙең яһағаны тәмле була тип ышандырғас, быйыл нисек тә тәжрибә яһарға форсат табырға тырыштым.Баҡһаң, боланут ныҡ кәмемәй икән. Белмәгәс, бер тоҡ итеп тороп йыйғанмын, саҡ эш итеп бөттөм. Әгәр һеҙгә күп кәрәкмәһә, ҙурыраҡ бер пакет йыйһағыҙ ҙа етә. Тик сәскәһен, аҫҡы йәмһеҙләнгән япраҡтарын алмағыҙ.Ютубта уны әҙерләүҙең төрлө ҡатмарлыҡтағы йөҙләгән ысулын өйрәтәлар. Мин мәшәҡәте уртасараҡ булғанын һайланым, ни