Мин ныҡ ялҡау баҡсасы, теплицам да юҡ. Ҡыярҙы асыҡ һауаға ғына сәсәм. Бының өсөн башта тиҙәкте, компосты өйөп, өҫтөнә тупраҡ һалып, бейек итеп түтәл яһап ҡараным. Махсус рәүештә бәләкәй генә теплица ла яһап сәстем, ҡыярҙарҙы вертикаль буйынса тартылған бауҙарға үрмәләтеп тә үҫтереп ҡараным. Былар барыһы ла өлкән кеше өсөн ҡатмарлы, шуға ла эште ябайлаштырып, элеккесә сәсеүгә күстем. Ҡыярҙы ябай ғына түтәлдә үҫтерәм. Беҙҙең төбәктең климатын иҫәпкә алып, белгестәр уңыш булһын өсөн бер нисә сортты сәсергә кәңәш итәләр, береһе уңмаһа, икенсеһе уңыр, тигән маҡсаттан сығып эшләнә был. Асыҡ грунт өсөн партенокарпик гибридтар ҙа, шулай уҡ бал ҡорто ярҙамында һеркәләнгән сорттар ҙа бара. Тәүгеләре ышаныслыраҡ, сөнки улар өҫтәмә һеркәләндереүһеҙ ҙә уңыш бирә. Шулай ҙа бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнгән ҡыярҙар тәмлерәк, улар тоҙлау өсөн дә ҡулайлыраҡ. Урал климаты өсөн иң билдәле сорттар түбәндәгеләр: "Муромский 36", "Изящный", "Алтайский ранний 166", "Конкурент", "Водолей", "Неженский". Уларҙы