10 июндә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, шул иҫәптән, сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһалды. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәк аграрийҙарының яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауы хаҡында хәбәр итте. Яҙғы культуралар - 2 миллион гектарҙан ашыу, шул иҫәптән бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,3 миллион гектар майҙанға сәселгән. 2024 йылғы уңыш өсөн иң ҙур майҙанды Хәйбулла (76 мең гектар) һәм Баймаҡ (73 мең гектар) райондары сәскән. Бынан тыш, май бирә торған культуралар сәсеүлектәре 470 мең гектарҙы биләй, был беренсе пландан ете процентҡа күберәк. Ә шәкәр сөгөлдөрө 57 мең гектарҙа сәселгән, ул план майҙанынан 13 процентҡа күберәк. Хужалыҡтарҙа сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә – химик утауға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеүгә, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләүгә тотондо, тип өҫтәне Илшат Фәзрахманов. Баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн республика аграрийҙары ауыл хужалығы машиналарының техник паркын моде