Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡурҡыныс яңылыҡтар менән уртаҡлашыуын дауам итә: республикала көн һайын бер нисә кеше батып үлә. Мәҫәлән, ошо ялдарҙа Ауырғазы районының Толмачевка ауылындағы быуала өс ир бата башлаған. Ҡысҡырған тауыштарға шаһиттар килеп, береһен ҡотҡарған. Ә 36 һәм 42 йәшлек ике ир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып үлгән. Береһенең кәүҙәһен шаһиттар сығарған, икенсеһен водолаздар эҙләй. Краснокама районынының Ҡуян ауылында араҡы эскән 47 йәшлек ир батып үлгән. Иҫерек булыуҙан тыш, ул һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән. Нефтекама ҡалаһы үҙәгендә өс ир Яҡты күле янында табын ойошторған. Һөҙөмтә аяныслы – уларҙың береһе батып үлгән. Уны икенсе көндө водолаздар табып сығарған. Кисә Бүздәк районының Ҡаран ауылында 31 йәшлек ир батҡан. Уның кәүҙәһе әле табылмаған, водолаздар эҙләүҙе дауам итә. Бөрө районында һыу ингән саҡта 52 йәшлек ир юғалған. Ул төнгө 11-ҙә һыуға төшкән. Уны иртәгәһенә водолаздар тапҡан. Ирҙәр генә түгел, ҡа