Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса суд приставтары хеҙмәте Бөрйән районынан 27 йәшлек Нәркәс исеме ҡатынды эҙләй. Уның 2017 һәм 2020 йылғы ике бәләкәй балаһы бар. Ҡатындың балалары алдындағы бурысы 1,3 миллион тип баһалана. Ҡатын Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе биләмәһендә йәшенеп йөрөй, тип күҙаллана. “Ике бала әсәһе суд приставтары хеҙмәтенә ваҡытында килмәгәне, оҙаҡ ваҡыт йәшенеп йөрөүе һәм һуңғы йәшәү урынында булмауы сәбәпле, Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР дуйынса дәүләт идаралығы тарафының башланғысына ярашлы, ул башҡарма эҙләүгә иғлан ителде. Кем дә кем ошо граждан тураһында мәғлүмәткә эйә булһа, 8 (987) 587 26 16, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса ведомствоның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, - тип яҙҙы Республика суд приставтары хеҙмәте. Фото: ГУФССП России по РБ.