Найти тему
Журнал "Шонкар"  

"Беҙгә атай-әсәй кәрәк"

Богдан менән Маркел үҙенә атай-әсәй эҙләй.

Малайҙар бик алсаҡ. 6 йәшлек Богдан ярҙамсыл, әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан. Хәрәкәтле уйындар уйнарға, самокатта йөрөргә, спорт конкурстарында ҡатнашырға ярата.

Маркелға 2,8 йәш. Ул шундай сос, ағаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша, машиналар менән уйнарға ярата, йәнһүрәттәрҙе ихлас ҡарай.

Һеҙ ҙә Богдан менән Маркелға репост ярҙамында ғаиләле булырға ярҙам итә алаһығыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 218-03-62 телефоны буйынса алырға мөмкин.