Ваҡыт та уны еңә алмай Тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр, яңы технологиялар, мөғжизәле асыштар алып килгән XXI быуатта ла насар ғәҙәттәрҙән ҡотола алмайбыҙ. Шуларҙың бер ниндәй заман үҙгәрештәренә лә бирешмәгәне тәмәке тартыуҙыр, моғайын. Быуаттарҙан-быуаттарға күсеп килгән ғәҙәт менән көрәшеү ҙә ҡайһы саҡ файҙаһыҙ кеүек тойола, сөнки был “мода” өлкәндәрҙе лә, үҫмерҙәрҙе лә үҙенә йәлеп итә. Ҡайҙан килеп сығып, аңыбыҙҙы томалаған, сәләмәтлегебеҙгә зыян килтергән, бәйлелеккә дусар иткән был ғәләмәт? Уның тарихына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ. 1492 йылда Колумб Американы асҡандан һуң, индеецтар уға бүләккә кипкән тәмәке япраҡтарын килтерә. Ошонда тәү тапҡыр тәмәке еҫен еҫкәгән европалылар унан айырыла алмай, тәүге тәмәкеселәр – тап улар. Шулай итеп, Европаға барып эләккән тәмәке донъя буйлап тарала башлай. Дин әһелдәре тәмәке тартыуҙы тыйып ҡарай, хатта сиркәүҙән ситләтәләр. 2005 йылда тәмәке эпидемияһына ҡаршы 40 илдә ҡабул ителгән Тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса рамкалы конвенция көсөнә инде. Бөт