Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс проект та хуплау тапты

Иглин районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған аҙна һайын үткәрелә торған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Осрашыуҙа өс бизнес-проект ҡаралды. Эшҡыуар Рәүеф Кәлимуллин экологик яҡтан таҙа умартасылыҡ продукттарын етештерергә ниәтләнеүе хаҡында һөйләне. Ул Үктәй ауыл биләмәһендә бал ҡорто күстәрен үрсетеү өсөн участка һайлаған һәм үҙенең проектын киңәйтеү өсөн “Агростартап” программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы грантына ғариза бирергә уйлай. Шәхси эшҡыуар Александр Киршин коттедждар ҡасабаһы төҙөргә теләй. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ер участкаһын бүлеү мөмкинлектәрен баһалау һәм артабан нимәләр эшләү буйынса кәңәштәр биреү өсөн урынға сығып ҡарау мөмкинлеген тикшерҙе. Илдар Рәшитов крәҫтиән-фермер хужалығы сиктәрендә ауыл хужалығы культураларын һаҡлау өсөн ангар төҙөргә ниәтләнә. Эшҡыуар дәүләт ярҙамы сифатында “Ғаилә фермалары” программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы грантында ҡатнашырға тел

Иглин районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған аҙна һайын үткәрелә торған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Осрашыуҙа өс бизнес-проект ҡаралды. Эшҡыуар Рәүеф Кәлимуллин экологик яҡтан таҙа умартасылыҡ продукттарын етештерергә ниәтләнеүе хаҡында һөйләне. Ул Үктәй ауыл биләмәһендә бал ҡорто күстәрен үрсетеү өсөн участка һайлаған һәм үҙенең проектын киңәйтеү өсөн “Агростартап” программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы грантына ғариза бирергә уйлай. Шәхси эшҡыуар Александр Киршин коттедждар ҡасабаһы төҙөргә теләй. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ер участкаһын бүлеү мөмкинлектәрен баһалау һәм артабан нимәләр эшләү буйынса кәңәштәр биреү өсөн урынға сығып ҡарау мөмкинлеген тикшерҙе. Илдар Рәшитов крәҫтиән-фермер хужалығы сиктәрендә ауыл хужалығы культураларын һаҡлау өсөн ангар төҙөргә ниәтләнә. Эшҡыуар дәүләт ярҙамы сифатында “Ғаилә фермалары” программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы грантында ҡатнашырға теләй. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бөтә проекттарҙы ла ентекләп тикшерҙе. Уларҙы артабан тормошҡа ашырыу буйынса йөкләмәләр тейешле протокол менән нығытылды. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.