Әсәйем вафат булыуға икенсе йылға 40 йыл тула. Мин инде хәҙер уның ғумеренән арттырып йәшәүемде дауам итәм. Шуға ҡарамаҫтан, йөрәктәге әрнеү бөтөрлөк түгел. Бигерәк тә намаҙҙан һуң уның рухына ла теләктәр теләгәндә, йәш саҡтағы иғтибарһыҙлығымдың эпизодтары иҫкә төшөп, күҙҙән йәштәр сыға. Был ғазап тамуҡ менән тоташтымы икән әллә, тип уйлап ҡуям. Беҙ әсәйгә (ауылға) шәп-шәп кенә барып кереп, иҙәнен, керен йыуып, кәрәк ризыҡтарҙы алып барып биреүҙе үҙебеҙсә иғтибар тип уйлағанбыҙҙыр инде. Ҡосаҡлашыу ҙа булғаны иҫемдә түгел. Иркәләнеүҙәрҙе белмәнек, сөнки беҙ үҫкән ваҡытта әсәйҙәрҙең дә, беҙҙең дә ҡырыҫ ваҡыттар ине. Уға бит эс-бауырына кереп, уны аңлап, нисек тә ваҡыт табып, күңеле булырлыҡ итеп һөйләшеп ултырырға кәрәк булған. Ә беҙ “сабабыҙ” – көсөргәнешле, яуаплы эш, балалар, үҙ баҡсабыҙ, ҡәйнәмдәрҙең баҡсаһы, бесәне, утыны... Иҫемдә, бер ваҡыт әсәйем: “Бигерәк тиҙгә килгәнһегеҙ” тигәс, мин әйтәм: ”Улайға килгәс тә ярай әле, ваҡытыбыҙ тар бит” - тим. Әсәй аптырап бөткәндер инде, ул н