"Һуңғы ҡыңғырау" байрамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бейегән Милана Әхмәтова тураһында күп яҙылды. Ҡайһы бер баҫмалар, һаҡһыҙ ҡыланып, ҡыҙҙы ҡыйырһытты. Милананы күп кешеләр яҡлап сыҡты, шул иҫәптән БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла. Уның яҙмаһы "Профессионализм, грамоталылыҡ һәм этика тураһында" тип атала. "Баҫмаларҙың береһендә «журналистар» социаль селтәрҙәге диван эксперттарының республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировты һуңғы ҡыңғырауҙағы бейеүгә саҡырған ҡыҙыҡай тураһында аңлатмаларына һылтанып, уның бер ҡасан да мәктәпте тамамламауын белдерә. Шул уҡ ваҡытта колледждың (мәктәптең) үҙенсәлеге менән ҡыҙыҡһынмайҙар, яҡташыбыҙ маэстро Владимир Спиваковтың кем икәнлеген белмәйҙәр һәм уның фамилияһын дөрөҫ күрһәтмәйҙәр... Бындай баҫмаларға ышанып буламы? Был көндө сығарылыш уҡыусылары хушлашыу вальсын бейегән урта махсус музыка мәктәбе (колледжы) Рәсәйҙең ошондай һигеҙ уникаль мәктәбенең береһе булып тора. Бында беренсе кластан юғары кимәлдәге профессиональ музык