Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Китап ҡына биреп ултыра" тип уйлай инем"

“Мәктәпте тамамлағанда, 1987 йылда, киләсәктә китапханасы булыу теләгем бөтөнләй юҡ ине. Әммә яҙмыш мине тап ошо һөнәргә илтте”, – ти Кушнаренко биләмә-ара китапханалар системаһының баш библиографы Нурия Шәймөхәмәтова. Ул Өфөләге китапхана техникумын тамамлағас, юллама буйынса Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылына эшкә ебәрелгән. – Был һөнәрҙе “кешеләргә китап биреп ултырыусы” тип кенә ҡабул итә инем. Ә инде уҡый башлағас, бигерәк тә эшкә төшкәс, китапханасының хеҙмәте ни тиклем ҡатмарлы, тынғыһыҙ, киң яҡлы икәнен аңланым, – ти Нурия Фәүил ҡыҙы. – Иҫке Туҡмаҡлыла 33 йыл китапхана мөдире булдым. 2014 йылда ул моделле мәғлүмәт киңлегенә әйләндерелде. Яҙыусылар, шағирҙар, геройҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һ.б. менән осрашыуҙарҙы даими уҙғарҙыҡ. Ошолай яҡындан аралашыу кешеләрҙең күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра, уйланырға мәжбүр итә, йәшәү дәрте өҫтәй. Сараларға әҙерләнгәндә залды биҙәүгә лә ҙур иғтибар бүләм: стендтарҙы темаға ярашлы яңыртам, китаптарҙан күргәҙмә әҙерләйем. Шулай уҡ тематик кисәләргә үҙем сценарий яҙам, уға әҙәбиәткә күҙәтеү, халыҡ менән әҫәрҙәр хаҡында әңгәмә үткәреүҙе лә индереп ебәрә инем. 2022 йыл аҙағында Нурия Шәймөхәмәтова Кушнаренко районы үҙәк китапханаһындағы хеҙмәтләндереү бүлегенең баш библиографы итеп күсерелгән. — Китапхана минең өсөн икенсе йортома, ә һөнәрем күңел торошома әйләнде. Бына инде 35 йыл кешеләргә уларҙы ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте, зауығына ярашлы китапты табып бирәм, өҫтәүенә күңелдәрен ихлас аралашыу менән йылытам. Башҡарған ғәмәлдәрем үҙемә икеләтә шатлыҡ булып әйләнеп ҡайта, – ти Нурия Шәймөхәмәтова. – Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнәм. Утыҙ йылдан ашыу урындағы участка һайлау комиссияһында секретармын, халыҡ иҫәбен алыуҙа ла байтаҡ ҡатнаштым. Күп йылдар инде ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесемен. Нурия Фәүил ҡыҙы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитеты президиумының почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2017 йылда төбәгебеҙҙең ауыл биләмәләренә ингән муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәре булып танылған. Төрлө ойошмалар, ведомстволар тарафынан бирелгән грамоталары, рәхмәт хаттары бихисап. Ғаиләһендә лә бәхетле: ире менән ике ул үҫтергәндәр. Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан китапханасылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар Н. Шәймөхәмәтованың шәхси архивынан алынды.