Өфө фән һәм технологиялар университетының Стратегик үҫеш буйынса проректоры Азат Йәнгиров ришүәт алыу эше буйынса ҡулға алынған, тип хәбәр итте хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ. Эштең төп сәбәбе әлегә билдәһеҙ ҡала. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үткәрелгән тикшереү эше университет эшмәкәрлегенә ҡағылмай. “Азат Йәнгиров 2023 йылдың июненән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стратегик үҫеш буйынса проректоры вазифаһында эшләй. Тикшереү барышы элекке эш урыны менән бәйле һәм Өфө университеты эшмәкәрлегенә ҡарамай”, — тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонда. Өфө фән һәм технологиялар университетҡа тәғәйенләнгәнгә тиклем Азат Йәнгиров Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһында эшләй. Фото сығанағы: https://t.me/rbc_ufa/5213