Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбировты бейергә саҡырған ҡыҙ кем ул?

Кисә Өфөлә Китап байрамы башланды. Ул барған майҙан янында сығарылыш уҡыусыларының "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда ла булып китте. Сығарылыш уҡыусылары өсөн өсөн вальс иғлан ителгәс, ҡыҙҙарҙың береһе республика етәксеһен бейергә саҡыра, һәм пар бик матур итеп вальс әйләнә. Был ҡыҙ Милана Әхмәтова булып сыҡты. Ул был шатлыҡлы ваҡиғанан алған тәьҫораттарын уртаҡлашҡан. "Беҙ өс ай буйы "Һуңғы ҡыңғырау"ға әҙерләндек. Көн һайын репетиция уҙғарҙыҡ. Был көндө түҙемһеҙлек менән көттөм. Юҡҡа булмаған. Радий Фәрит улын күргәс, уны бейергә саҡырырға тәүәккәлләнем. Әлбиттә, ныҡ тулҡынландым, шуға күрә бер нисә тапҡыр яҙа баҫтым. Ләкин был ҡурҡыныс түгел, минең алған тәьҫораттарым мөһимерәк! Тантаналы линейканы, һуңғы ҡыңғырауҙы бер ҡасан да онотмаясаҡмын!" - тип һөйләгән ул. Милана фортепианола уйнай. Киләсәктә ул профессиональ музыкант булырға ниәтләй. Әлегә ул – Өфө ҡалаһындағы урта махсус музыка колледжының II курс студенты. Уңыштар һиңә, ҡыҙыҡай! Бәхетле бул! Ейәндәреңә лә был шатлыҡлы ваҡиға тураһында һөйләргә яҙһын. Фото: https://vk.com/wall-225179459_977 Видео: https://vk.com/kitapbayram_ufa?z=video-225179459_456239053%2F30cb62da5694ecbcf2%2Fpl_wall_-225179459