Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Киләсәк сәйәхәтсеһе”нә ышанмаҫ инем..."

“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Китапҡа һөйөү уятам” конкурсының сираттағы бәйгесеһе – Зәлифә Махианур ҡыҙы Хажиева менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул 1975 йылда Иглин районы Меңйетәр ауылында тыуып үҫә, ошо ауылдың мәктәбен тамамлай, артабан ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе вазифаһында эш юлын башлай. 1997 йылда ошо ауылдың егетенә кейәүгә сығып үҙ донъяһына нигеҙ һалаң. Тормош иптәше Илгиз менән татыу ғаилә ҡора йәш белгес, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң, Өфө авиация-техник университетына инә һәм бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Өфө урман хужалығы техникумының икенсе курсын, ә бәләкәс улдары 3-сө класты тамамлай. 12 йыл Өфө ҡалаһында йәшәп, һатыу өлкәһендә лә эшләргә тура килә. Ә шулай ҙа ҡала тормошон ҡалдырып ауылға ҡайтырға ҡарар итәләр, йорт һалып, 2013 йылдан тыуған ауылында төпләнәләр. – Әгәр ҙә элек миңә “киләсәк сәйәхәтсеһе” килеп, китапханала эшләйәсәгемде әйтһә, мин уның һүҙҙәренә ныҡ ғәжәпләнер инем һәм ышанмаҫ инем. Юҡҡа ғына! 2018 йылда яҙмыш мине Меңйетәр ауыл моделле китапханаһына алып килде һәм мин үҙ һөнәремде таптым. Ошо ауылдың китапханаһында бик күп йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зилә Муллаяр ҡыҙы Ильясоваға рәхмәтлемен. Ул үҙ эше өсөн һәр ваҡыт янып-көйөп торған кеше. Китапханала эш урыны бушағас, ул мине саҡырып алып: был һинең ҡулыңдан килә торған эш, ярҙам итеп торормон, әйҙә ошо эште ҡабул итеп ал, тине. Бына шулай итеп мин китапханасы булып киттем. Эш көнөнөң тәүге минуттарынан уҡ китапханасы донъялағы иң мауыҡтырғыс һөнәрҙәрҙең береһе икәнен аңланым. Һәр эш көнөм икенсеһенә оҡшамай, һәм барыһы ла уңышлы булһын өсөн бик мобиль булырға кәрәк. Йыш ҡына хатта ял көндәрендә лә, отпускыла ла эш тураһында уйлауҙан туҡтамайһың, ә яңы проекттар, социаль селтәрҙәрҙәге яңы рубрикалар өсөн идеялар эҙләйһең. Уңыштың төп формулаһы шунда: бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмау, аҡылды киңәйтеү, яңы офоҡтарға ынтылыу, – ти ул. Зәлифә Махианур ҡыҙы әйтеүенсә, китапханасы һөнәре ҡыҙыҡлы, сөнки хәҙерге китапханасы китап һаҡлаусы ғына түгел. Ул шулай уҡ педагог, актер, психолог, режиссер, маркетолог, фотограф, оператор, журналист... Ул китапхана эшенең яңы технологияларын һәм методикаларын үҙләштереүҙе, конкурстарҙа ҡатнашыуҙы, һәм, әлбиттә, кешеләр менән аралашыуҙы ярата. – Һәр уҡыусының нимә менән ҡыҙыҡһыныуын барлап торам. Китапханасы булып эшләүемә лә хәҙер алтынсы йыл китте, һөнәремдең серҙәренә төшөнөп бөттөм. Халыҡ менән эшләүе оҡшай. Беҙҙең ауыл халҡы китап уҡырға битараф түгел, китапханаға әүҙем йөрөйҙәр. Яңы китаптарҙы көтөп торалар, килмәнеме тип, шылтыратып белешәләр. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә, – ти ул. – Беҙҙең китапхана тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эшләй. Бик күп мәғлүмәт туплап, үҙебеҙҙең Үктәй ауыл советының ауылдары, хужалыҡтары, кеше яҙмыштары, күренекле шәхестәре тураһында “Эй тыуған ер, һин ғәзизһең миңә” (авторы Л.Н. Яҡупова) исемле китап та баҫтырып сығарҙыҡ. Китапханала ололар, йәштәр, балалар өсөн төрлө саралар уҙғарып торабыҙ. Теләгем – киләсәктә лә китапханаларҙан уҡыусылар өҙөлмәһен, төрлө ҡыҙыҡлы саралар гөрләп үтһен. Уның эше ни тиклем күп булмаһын, Зәлифә Махианур ҡыҙы яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба: райондың һәм ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй, ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән бейеү түңәрәгенә йөрөй, “Балҡыш” халыҡ театрында ла ҡатнашырға өлгәшә. Фото геройҙың шәхси архивынан.