Бөгөн, 21 майҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шавкат Абдуразаков менән осрашты. Улар артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен, шул иҫәптән үҙ-ара сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе һәм кооперация бәйләнештәрен үҫтереүҙе тикшерҙе. Радий Хәбиров Үзбәкстан менән Башҡортостандың бизнес тармаҡтарының уңышлы хеҙмәттәшлек итеүен, шулай уҡ берлектәге проекттарҙың юғары потенциалын билдәләне. – Наманган - ҙурлығы буйынса Үзбәкстандың иҡтисади йәһәттән тиҙ үҫешкән өсөнсө ҡалаһы. Төбәктәребеҙ араһындағы бәйләнештәр эшлекле, - тине Радий Хәбиров. - Еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Һеҙҙең килеүегеҙ мөнәсәбәттәребеҙгә яңы импульс бирер, тип ышанам. Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шавкат Абдуразаков төбәктең мөмкинлектәре тураһында һөйләне һәм яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә йүнәлеш тәҡдим итте. - Ҡунаҡсыл Башҡортостанға килеүебеҙгә шатбыҙ. Уртаҡлыҡтар күп, шуға күрә үҙ-ара эш итеүҙе