#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһындағы бөгөнгө хәбәр – Баҡалы районынан. ✅ Баҡалы ауылының 2-се урта мәктәбенә 2022 йылда үткәрелгән капиталь ремонт бинаның бар өлөштәрен дә – ҡыйығын, алғы яғын, йылытыу системаһын, электр сымын, иҙән, түшәм, эске яҡтан биҙәүҙе – үҙ эсенә алған. Был эштәрҙе белем биреү учреждениеһының төп бинаһында ғына түгел, башланғыс мәктәптә, филиалда һәм гаражда ла башҡарғандар. 🔐 Капиталь ремонт барышында мәктәп биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: канализация һәм һыу менән тәьмин итеүҙең тышҡы системаларын, йылытыу селтәрҙәрен алмаштырғандар, балалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ял урыны эшләгәндәр, бордюрҙар ҡуйғандар, ашхана бинаһының ҡыйығын яңыртҡандар, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлағандар, тротуарҙарға асфальт түшәгәндәр. 📌 Белем усағы «Башҡортостандың мәктәп системаһын модернизациялау» өҫтөнлөклө төбәк проекты сиктәрендә ремонтланған. Был проект буйынса 2022 – 2023 йылдарҙа дөйөм алғанда 7,8 млрд һумға 140 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Ә 2024 йылда 31 мәктәпте ремонтлау планлаштырыла.