- «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы адаптив спортты үҫтереү перспективаларын тикшереү майҙансығына әйләнәсәк. Инвестһабантуй сиктәрендә оҫталыҡ дәресе һәм «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау факторы булараҡ адаптив спорт» темаһына конференция планлаштырылған. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) майҙансығында үтәсәк. Сараны ойоштороусылар булып Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы ярҙамында Сибай институты, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан физик культура институты (Урал дәүләт физик культура университеты филиалы) сығыш яһай. Күмәк параспортты үҫтереү «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора, тип билдәләне Башҡортостан физик культура институты директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Лилиә Макина. Оҫталыҡ дәресе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау һәм социалләштереү өсөн адаптив физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Фото: forum-zauralye.
«Урал аръяғы-2024» форумында адаптив спортты үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелә
17 мая 202417 мая 2024
~1 мин