Мәктәптә дәрес биргән ваҡытта педагогтың башына яҡтыртыу плафоны килеп төшөүе, фалиж һуҡҡан ҡатындың аяҡ-ҡулы хәрәкәт итеүҙән туҡтауы тураһында интернетта күп яҙҙылар. Мәләүездә йәшәүсе блогер, “Изгелек планетаһы” бөтә Рәсәй хәйриә фонды вәкиле Сергей Глухов Ләйсән менән башта социаль селтәрҙә, аҙаҡтан яҡындан күрешеп таныша. Уҡытыусының һаулығына битараф кешеләргә тәнҡит һүҙен еткерә, ярҙам итеүҙәрен һорап депутаттарға сыға. Уның Мәскәүҙә йәшәгән дуҫы Андрей Макаров билдәле музыкант, шансонье, блогер Владимир Курский менән Мәләүез ҡалаһына Ләйсән Фәйзуллинаның хәлен белергә килә. Коляскаға аҡса йыйыу өсөн оран ташлағандан алып 10 көн эсендә кәрәкле күләмдә аҡса йыйыла. Ике аҙнанан 700 мең һумлыҡ электр менән идара ителгән кресло һатып алалар. Ләйсән ханыма заманса кресло, уға өҫтәп компрессорлы ортопедик матрас тапшырыу тантанаһына Сергей Глухов, фондтың урындағы вәкилдәре Фәнир һәм Фәнүр Ишбаевтар, Коммунистар партияһының урындағы бүлексәһе ағзаһы Валентин Серов ҡатнашты. “Әүҙем то
Ете йыл түшәктә ятҡан уҡытыусы сәхнәлә улы менән бейейәсәк
17 мая 202417 мая 2024
1 мин