Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында “Валдай” халыҡ-ара клубы эксперттары булды, улар Башҡортостанда Валдай клубының Үҙәк Азия конференцияһына йыйылған. Өфө кампусы бинаһында Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан ғалимдары булды, тип хәбәр итә “Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы. - Өфө берҙәм Евразия киңлеге үҙәгендә урынлашҡан һәм үҙендә Европа һәм Азия илдәренең булмышын берләштерә. Был конференцияла шулай уҡ Азия илдәре менән иҡтисади бәйләнеште үҫтереүҙә Башҡортостандың роле лә тикшереләсәк, - тине Валдай клубы программа директоры, Юғары иҡтисади мәктәптең Европа һәм халыҡ-ара комплекслы тикшеренеүҙәр үҙәге ғилми етәксеһе Тимофей Бордачев. Кампустан тыш ҡунаҡтар Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейын ҡараны, “Сарматтар алтыны” уникаль экспозицияһы менән танышты. Үҙәк Азия конференцияһы Өфөлә 14 һәм 15 майҙа үтә. В Шахов фотоһы. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/nauka/2024-05-14/chleny-mezhdunarodnogo-kluba-valday-pobyvali-v-mezhvuzovskom-kampuse-ufy-3765129
“Валдай” халыҡ-ара клуб ағзалары Өфө кампусында булды
14 мая 202414 мая 2024
~1 мин