24 майҙан 26-на тиклем Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ойошторола. Эшлекле майҙансыҡта агросәнәғәт комплексы өлкәһендә 7 килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 2 миллиард һумдан ашыу. - Ҡытай кампаниялары менән продукцияны республикаға поставкалау йәһәтенән генә түгел, ә ауыл хужалығы культураларын бергәләп эшкәртеү һәм ирригацион ҡорамалдар менән тәьмин итеү өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Шулай уҡ Әлмөхәмәт элеваторының ҡеүәтен арттырыу һәм бал эшкәртеү комбинатынан торған «Алтын шишмә» комплексын төҙөү буйынса инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, 1000 бал ҡорто ғаиләһенә умарталыҡ һәм Әбйәлил районында ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарын үҫтереү буйынса хужалыҡ төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, форум барышында республикала производстволарҙы яңыртыу һәм модернизациялау
Инвестһабантуйҙа агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ
23 мая 202423 мая 2024
1 мин