Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста киберхәүефһеҙлек буйынса ярыш үтте

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусында Спорт программалауы, алгоритмлы робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт һәм «VTIZI CTF Club» үҙәгендә киберхәүефһеҙлек буйынса «Zero Days 2024» ярышы үтте. Уны индустриаль партнерҙар ярҙамында Өфө нефть техник университетының Информатика, математика һәм робот техникаһы институты ойошторҙо. Ярышта киберхәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә йәш белгестәр тәжрибә, белем һәм идеялары менән уртаҡлашты. Марафондың беренсе этабында республиканан 80-дән ашыу кеше сығыш яһаны, 55-е кибер көрәш буйынса. Шул уҡ ваҡытта лекторий ҙа үткәрелде, унда предприятие һәм Башҡортостанда мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе белем биреү үҙәктәре спикерҙары сығыш яһаны. «Zero Days 2024»-тең еңеүселәре - ӨДНТУ-ның Информатика, математика һәм робот техникаһы институты студенттары. Еңеүселәр һәм призерҙар Мәскәүгә «PHDays 2024» кибер-фестиваленә барасаҡ һәм аҡсалата бүләк аласаҡ. Справочно. Строительство кампуса ведется по поручению Пр

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусында Спорт программалауы, алгоритмлы робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт һәм «VTIZI CTF Club» үҙәгендә киберхәүефһеҙлек буйынса «Zero Days 2024» ярышы үтте. Уны индустриаль партнерҙар ярҙамында Өфө нефть техник университетының Информатика, математика һәм робот техникаһы институты ойошторҙо. Ярышта киберхәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә йәш белгестәр тәжрибә, белем һәм идеялары менән уртаҡлашты. Марафондың беренсе этабында республиканан 80-дән ашыу кеше сығыш яһаны, 55-е кибер көрәш буйынса. Шул уҡ ваҡытта лекторий ҙа үткәрелде, унда предприятие һәм Башҡортостанда мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе белем биреү үҙәктәре спикерҙары сығыш яһаны. «Zero Days 2024»-тең еңеүселәре - ӨДНТУ-ның Информатика, математика һәм робот техникаһы институты студенттары. Еңеүселәр һәм призерҙар Мәскәүгә «PHDays 2024» кибер-фестиваленә барасаҡ һәм аҡсалата бүләк аласаҡ. Справочно. Строительство кампуса ведется по поручению Президента РФ Владимира Путина и в рамках реализации национального проекта «Наука и университеты» Минобрнауки России. Проект уфимского кампуса – это студенческое пространство с жилыми помещениями на 4,3 тысячи человек, учебно-научным комплексом, лабораториями, деловыми зонами, магазинами, уютными скверами и другими объектами комфортной городской среды, которые также будут доступны для всех жителей и гостей Уфы. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23948/