"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Ергә яҙ килде. Тирә-яҡ көндән-көн матурлана бара, муйыл-алмағастар сәскә ата, донъя хозурлана. Күҙҙәребеҙ ошо матурлыҡты күреп, йыуанып туй алмай. Ә бит ҡайһы бер кешеләр ошо гүзәллекте күреүҙән мәхрүм, уны ишетә һәм тоя ғына ала. Һүҙебеҙ – һуҡырҙар һәм насар күргәндәр тураһында. Шулай ҙа уларҙың Ергә ҡарата иҫ киткес матур мөнәсәбәте, аңлы, белемле булырға теләүе һоҡландырмай ҡалмай. Был йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә махсус ойошмалар ярҙамға килә. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапхана – шундай изгелек таратҡан ойошмаларҙың береһе. Быйыл китапхана 75 йыллығын билдәләй. Бында һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн бай китаптар йыйылмаһы һаҡланып, даими тулыланып һәм яңыртылып тороу ғына түгел, унда төрлө мәҙәни саралар, осрашыуҙар уҙғарылыуы – инде хәҙер өйрәнелгән күренеш. Шулай уҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылары өсөн төрлө байрам һәм мах
Өфө уттары - 30.04.2024 Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана эшмәкәрлегенә 75 йыл
30 апреля 202430 апр 2024
1
1 мин