Ирек олатаһын район үҙәгенә дауаханаға алып китеп бара. Нисек ныҡ баҫып йөрөй ине бит! Ғүмер буйы ауырымаған, дауаханаға барып та ҡарамаған олатаһы 70-те уҙғас биреште. Хәҙер өй тирәһендә лә таяҡҡа таянып ҡына йөрөй. Ныҡ һыҙланғас, бөгөн эшенән һорап булһа ла ҡартатаһын дауаханаға алып китте. Олатаһы Иректең ике туғаны Раяндың ғаиләһе менән йәшәй. Йортон да, бөтә булған байлығын да уға яҙҙырған. Ғүмер буйы Раян тип үлә яҙып торҙо. Әйтерһең дә башҡа ейән-ейәнсәрҙәре юҡ. Ләкин Раян ғына эшкинмәгән, яуапһыҙ булып үҫте, әлеге көндә ауылда эшһеҙ ята. Сәбәбе - эскегә әүәҫлеге. Был ғәҙәте киң таралғас, хәҙер бөтөнләй эш таба алмай. Бер ауыҙына алһа, донъяһын онота, ҡатыны менән дә шул сәбәпле һүҙгә килешә, өйҙә тыныслыҡ юҡ. Ҡыҙының улы булғанғамы икән, бәләкәйҙән ныҡ яҡын итте Раянды ҡартатаһы. Күңелен әрнеткән бер ваҡиға әле лә Иректең күҙ алдында. Раян менән Ирек ике туғандар ғына түгел, тиңдәштәр ҙә. Ирек бәләкәй генә саҡтан бөтә эштәрҙе башҡарҙы, йыраҡтағы ҡоҙоҡтан һыуын да ташыны, йортта
Бер ейәненә – велосипед, компьютер, икенсеһенә кәнфит тә юҡ...
30 апреля 202430 апр 2024
2 мин