Хәҙер Ағиҙел ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары маммографияны заманса ҡорамалда үтә ала. Ҡала поликлиникаһына ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы алынды. Олоғайған һайын ҡатын-ҡыҙҙарҙа һөт биҙҙәре яман шеше сирҙәре барлыҡҡа килеү хәүефе арта. Пациент ни тиклем өлкәнерәк, сир башланыу хәүефе лә шунса юғары. Клиник онкология осраҡтарының өстән бер өлөшө 40-49 йәшлек ҡатындарға тура килә. Патологик үҙгәрештәрҙең етди сирҙәргә барып олғашмауы өсөн ваҡытында тикшереү үтергә кәрәк.Был һауығыуға мөмкинлектәрҙе икеләтә арттыра. Айырыуса нәҫелдән килгән күсәгилешлеккә иғтибар итегеҙ, ти табиптар.Онкологтар ҡатын-ҡыҙҙарға даими рәүештә тикшерелергә ҡуша. – Беҙ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың диспансерлаштырыуға йышыраҡ килеүен теләйбеҙ. Яңы маммографта диагностика ла теүәлерәк буласаҡ, – ти поликлиника мөдире Нурия Бәшәрова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу,