Былтыр йәй айҙарында Өфөнән Матвей Ырымбур өлкәһендә йәшәгән өләсәһендә ҡунаҡта була. Унда малай яңылыш ҡына сөйө сығып торған таҡтаға баҫа. Шунда уҡ дауаханала табанынан сит предметты алып ташлайҙар, тик бер аҙҙан малайҙың хәле насарая башлай. Һуңғараҡ билдәле булыуынса, Ырымбур дауаханаһында малайҙың табанындағы шырауҙы күрмәй ҡалалар. Борсолған әсә Матвейҙы Өфөгә алып ҡайта. Баш ҡала дауаханаларының береһендә малайға ике тапҡыр операция яһайҙар, тик аяғындағы ят есемде таба алмайҙар. Шырауҙы Мәскәүҙә үткән бишенсе операция ваҡытында ғына алалар. Әлеге ваҡытта Матвей кресло-каталкала йөрөй һәм инвалидлыҡ алырға әҙерләнә. Ә малайҙың әсәһе Өфө дауаханаһын судҡа бирергә ниәтләй. Ул әйтеүенсә, хирургтар тарафынан ваҡытында алынмаған шырау һәм ҡуйылмаған диагноз арҡаһында улында хроник остеомиелит үҫешкән. Фото: ufa_rb