Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге "Патриот" Башҡортостандың хәрби-патриотик" паркында башҡорт телендә диктант яҙыу ойошторолдо. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024" акцияһын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге менән берлектә үткәрә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта үтте. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа, "Йәшлек House" йәштәр йортонда, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала,