Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәләмәт тормош өсөн көрәшкән ауылдар халҡына рәхмәт!

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында 2023-2024 йылдарҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы уҙҙы. Был турала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы: “Сәләмәт тормош өсөн көрәшкән, яҡташтарының мәҙәниәтен һәм тормош кимәлен күтәреүгә көс һалған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусыларына, муниципалитеттар етәкселәренә, Башҡортостан ауылдары халҡына рәхмәт. Ауылдарҙың төҙөклөгө, уңайлылығы ғаилә мөхитен яҡшыртыуға тәьҫир итә, һәр ҡатнашыусы ғаиләлекте, рухилылыҡты, халҡыбыҙҙың традицияларын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Һәр йыл баһалама ағзалары ауыл халҡына һоҡланырға мәжбүр иткән уникаль практикаларҙын булыуын билдәләй. Беҙ яңы спорт һәм балалар майҙансыҡтары, яңы йәмәғәтселек урындары барлыҡҡа килеүен һәм ауыл тораҡ пункттарының тулы ҡеүәттә үҫешеүен күрәбеҙ. Иң мөһиме – ул сара суррогат алкоголдән ағыуланып үлеүселәр һанын, уны һатыуҙы, енәйәтселекте һәм социаль етемлек кимәлен, юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеүгә булышлыҡ итте. Һау-сәләмәт һәм бәхетле ғаиләләр күберәк булһын өсөн артабан да йәмәғәтселек тәҡдимдәрен һәм проекттарын хуплап, ярҙам итәсәкбеҙ”. Фото: //vk.com/wall523359892_5094.