Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төҙөк техника - хәүефһеҙлек нигеҙе

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең базаһында тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм тағылмаларҙы техник ҡарауҙы ойоштороу буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, Өфө ҡалаһының һәм райондарҙан дәүләт техник күҙәтеү бүлектәре начальниктары һәм инспекторҙары, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Сара барышында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең автотранспорт цехы эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторының мобиль эш урынын ҡулланып техник күҙәтеү һөҙөмтәһен сығарыу тәртибен күрһәттеләр. Шулай уҡ үҙйөрөшлө техника менән идара итеүгә рөхсәт биреү норматив талаптары менән таныштырҙылар. Предприятиеның үҙйөрөшлө тракторҙары һәм тағылмаларына техник күҙәтеү үткәрҙеләр. Өфө ҡалаһының дәүләт техник күҙәтеү начальнигы Рәсим Ҡаһарманов белдереүенсә, предприятие семинар-кәңәшмәгә яҡшы әҙерләнгән. Сара аҙағында Урал Искәндәров предприятиеның үҙ бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы. Рәмилә Мусина фотолары.