Хәйбулла районында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Фларит Аҡсуринға 2-се Аҡъяр мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды. Батыр яугир үҙе шул белем усағында уҡыған. Митингта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, яугирҙең ҡатыны, балалары, яҡындары, дуҫтары, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡалар ҡатнашты. Фларит Фәрит улы Аҡсурин 2-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, 110-сы һөнәрселек училищеһында уҡый. Училищенан һуң, 1991 йылда армияға алына. Әрменән һуң, төрлө өлкәләрҙә, күберәген төҙөлөштә эшләй. Ҡатыны менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, 7 ейән-ейәнсәре бар. Ул ғаиләһенең терәк-таянысы була. 2023 йылда хәрби хеҙмәткә контаркт төҙөй. Мотоуҡсылар батальонында хәрби хеҙмәт юлы үтә. Ағымдағы йылдың 15 ғинуарында батырҙарса һәләк була. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була. Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән.