Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Үзбәкстанға эш сәфәренә ҡағылышлы яңы яҙма менән уртаҡлашты. Ташкентта “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” халыҡ-ара күргәҙмәһендә эште башлайбыҙ. Билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙ форумдың стратегик партнеры булып сығыш яһай. Был күргәҙмә эшенә юғары кимәлдә йәлеп ителеүебеҙ һәм продукцияны Үзбәкстан баҙарына сығарыу буйынса етди ниәттәребеҙ тураһында һөйләй. Рәсми асыу тантанаһы иртәгә була. Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙ менән төрлө өлкәләрҙә, тәү сиратта – сәнәғәттә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе тикшерергә уйлайбыҙ: уртаҡ производстволар булдырыу буйынса пландарыбыҙ бар. Үзбәкстан – яҡын күршеләребеҙҙең береһе. Республика беҙгә менталитеты һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса яҡын, беҙгә туғандаш телдә һөйләшәләр. Был ил менән беҙҙе күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәр бәйләй, үҙ-ара тауар әйләнеше әүҙем үҫешә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан – Башҡортостандың партнерҙары араһында тәүге бишәүҙең береһе. Үҙ-ара тауар
“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”
21 апреля 202421 апр 2024
1 мин