Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә тотош илебеҙҙән йыйылған яугирҙәр менән бер рәттән Башҡортостан егеттәре лә ал-ял белмәй дошманға ҡаршы алыша. Журналистар МХО биләмәһенә эш сәфәренә барған саҡта улар менән мөмкин тиклем күберәк аралашып, яу шарттарындағы көнкүреш менән танышырға, ниндәй ярҙамға мохтаж булыуҙары хаҡында белергә тырыша. Яҡташтарҙың үҙ-ара берҙәмлеге, ҡатмарлы шарттарҙа иҫ киткес ҙур сыҙамлыҡ күрһәтеүе, һалҡын аҡыл менән эш итә белеүе, рух ныҡлығы һәр саҡ һоҡландыра. “Гурзуф” позывнойлы яугир ҙә – ҡыйыу, аҡыллы, рухлы ир-азамат. Ул сығышы менән Ғафури районынан, МХО-ға юлланғанға тиклем Аҡкүл станцияһында йәшәгән. Тыныс тормошта үҙ-ара яҡшы таныш, береһе менән ауылдаш, икенсеһе менән туған йәки күрше булған ир-егеттәрҙең бер батальонға яҙылып, яуҙаштар булып китеүен белгәс, ошо хаҡта һорашмай булдыра алманым. – Кемдең ҡайһы төбәктән, һиңә кем булыуы мөһим түгел. Беҙҙе бер маҡсат берләштерә. Ҡайһы берәүҙәр мине лә аҡса эшләргә бара тип һананы. Тәүге мәлдә ҡатыным ш