“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында йыл һайын туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусыларҙың ата-әсәләре өсөн дөйөм ҡала йыйылыштары үткәрелә. Быйыл да ҡағиҙәнән ситләшеү булманы. Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса тәүге осрашыу 2-се мәктәптә үтте. Йыйылышта мәғариф бүлеге вәкилдәре, урта дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең муниципаль координаторы сығыш яһаны. Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт биреү, БДИ тапшырыуға ғариза биреү, төп осорҙағы теҙмә, һәр предмет буйынса имтихандар оҙайлылығы, аттестат алыу өсөн минималь балдар һәм юғары уҡыу йортона инеү өсөн минималь балдар, урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу, шул иҫәптән “ҡыҙыу линия” телефондары, БДИ буйынса күнекмәләр үткәреү, “Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу, имтихандарға әҙерләнгәндә психологик ярҙам кеүек мәсьәләләр ҡаралды. 1-се мәктәптә 9-сы кластарҙың дәү