Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Рамазан Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе үтте. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Азат Сәфиуллин сараны асып, билдәле шәхестең осрашыуға килгән туғандары, яҡындары, фән эшмәкәрҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ унда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универитеты студенттары ла булды. Рамазан Өмөтбаевтың улы, билдәле журналист Рауил ағайҙың атаһы тураһында иҫтәлектәр менән бүлешеүе сараны айырыуса байытты. - Был көндәрҙә Өфөлә һәм башҡа ҡала, райондарҙа атайыма арналған конференциялар, хәтер кисәләре үтә. Иртәгә Сибайҙа Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ла ҙур саралар көтөлә. Атайыбыҙҙы ҙурлауҙары, онотмауҙары беҙҙең ғаилә өсөн ҡыуаныслы. Әйткәндәй, уның исемен мәңгеләштереү буйынса ла хәстәрлек күрелә. Сибайҙағы башҡорт лицейы уның исемен йөрөтә, унда атайымдың музейы ла бар. Музейҙа атайымдың шәхси әйберҙәре, фотолары, китаптары һаҡлана. Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа ул эшләгә